Все новости

Һин бит, әнкәй, беҙҙең өйҙөң йәме

Клара НИҒМӘТУЛЛИНАны ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Һин бит, әнкәй, беҙҙең өйҙөң йәме
Һин бит, әнкәй, беҙҙең өйҙөң йәме

Илкәнәй ауылы
Донъялағы иң яратҡан ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле әнкәйебеҙ, хәстәрлекле өләсәйебеҙ Клара Хантимер ҡыҙы НИҒМӘТУЛЛИНАны 85 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Сабыр холоҡло, киң күңелле, яратҡан әнкәйебеҙгә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ныҡлы һаулыҡ, тән сихәте, йән тыныслығы, ҡыуаныстарҙан ғына торған бәрәкәтле ғүмер насип итһен Аллаһы Тәғәлә! Киләсәк көндәрең аяҙ, таңдарың имен булып, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең ҡыуаныстарын, изгелектәрен генә күреп, киң күңелле терәгебеҙ булып, тыуған йортобоҙға йәм биреп йәшәүеңде теләйбеҙ. Донъялағы бөтә яҡшылыҡты йыйған оло йөрәгең, бөтәбеҙгә лә хәстәрлекле булғаның өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Һинең барлығыңды тойоп йәшәү
Был донъяла, әнкәй, бик рәхәт.
Ҡәҙерленән-ҡәҙерле бит һин,
Барыһы өсөн дә һиңә ҙур рәхмәт.
Һин бит, әнкәй, беҙҙең өйҙөң йәме,
Беҙҙең өсөн оло бер терәк.
Тыныс йәшә әле, сәләмәт бул,
Һин бит әле беҙгә бик кәрәк.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың, кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең.

Автор:
Читайте нас: