Яҡуп ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә әрме сафында хеҙмәт иткән яратҡан улыбыҙ, ИСКӘНДӘРОВ Раян Рәмил улының 20 йәшлек юбилейы, был беҙҙең өсөн иҫтәлекле тантана. Һиңә нисә генә йәш булмаһын, һин беҙҙең өсөн һәр ваҡыт бала булып ҡалаһың! Улым, һин беҙҙең өмөтөбөҙ һәм таянысыбыҙ! Һине тыуған көнөң менән ҡотлайбыҙ ! Ҡәҙерле улыбыҙ, һиңә тормош юлыңды еңел генә үтеүеңде теләйбеҙ. Алда һиңә бары тик изгелекле һәм ярҙамсыл кешеләр генә осраһын. Ғәҙел һәм аҡыллы бул. Һине бары тик тоғро дуҫтар ғына уратып алһындар ине. Сәләмәт һәм бәхетле бул! Теләһә ҡайһы осраҡта ысын ир — егет булып ҡал. Беҙ һинең менән бик ғорурланабыҙ! Иҫән -һау хеҙмәт итеп ҡайтыуыңды теләйбеҙ .
Иң изге теләктәр менән атайың, әнәйең, апайҙарың Гөлминаз, Наҙлыгөл, мырҙаң Даян һәм һылыуың Сулпан.