Яңы Мораптал ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған тормош иптәшем, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Мәрүәр Әхтәм ҡыҙы СӘҒӘҘИЕВАны тыуған көнө менән ысын күңелдән тәбрикләйбеҙ.
Был иҫ киткес көндә тағы бер йондоҙ ҡабына, ул беҙҙе һаман да үҙенең йылыһы менән йылыта. Ул һәр ваҡыт беҙгә ярҙам ҡулы һуҙа.
Ҡәҙерлебеҙ, һин һәр ваҡыт сәләмәт һәм бәхетле булыуыңды теләйбеҙ. Тормошоң йылылыҡ, хәстәрлек һәм мөхәббәт менән тулы булһын. Ғүмер юлың еңел һәм шатлыҡлы булһын, һин тик бары яҡшылыҡтарға ғына лайыҡлы кеше. Һинең изгелегең һәм күңел киңлегең беҙҙе илһамландыра, һәр ваҡыт яныбыҙҙа, ауыр мәлдәрҙә ярҙам итергә һәм тыңларға, кәңәш бирергә әҙер булыуың өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Әсә һөйөүен бер нәмә менән дә сағыштырып булмай, ул мөхәббәт, хәстәрлек һәм шатлыҡ менән тулы. Әсәй, һинең доғалырың, изге күңелең, йылы һәм хәстәрлекле ҡулдарыңдан да ҡәҙерлерәк бер нәмә лә юҡ. Был хаҡта һәр ваҡыт хәтерләйбеҙ, беҙҙең өсөн ҡылған изгелектәрең өсөн бөтә йөрәктән рәхмәт әйтәбеҙ. Беҙ һине бик яратабыҙ һәм һинең менән сикһеҙ ғорурланабыҙ!
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Филсун, ҡыҙың Юлиә, кейәүең Венер һәм ейәнсәрең Диана.