Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
13 Декабрь 2024, 03:20

Һин булғанда

Бөгөн беҙҙең донъялағы иң яҡын кешебеҙҙең ИЛЬЯСОВА Айгөл Исмәғил ҡыҙының тыуған көнө. 

Һин булғандаҺин булғанда
Һин булғанда
Ҡәҙерлебеҙгә ниндәй матур һүҙҙәр, теләктәр әйтһәк тә, аҙ булыр, беҙҙең күңелдәрҙә йыйылған рәхмәттәрҙе әйтеп, аңлатып бирер өсөн донъяла әлегә һүҙҙәр уйлап та табылмаған шикелле. Шуныһын беләбеҙ - һин булғанда, тормошобоҙ матур, теүәл, яҡты. Һиңә тәү сиратта һаулыҡ теләйбеҙ, эшеңә ҡыуанып барып, аҙаҡ, шулай уҡ, шатланып, талпынып йортоңа ҡайтып, беҙҙең менән йылыңды, нурыңды бүлешеп, оҙаҡ йылдар бәркәттә йәшәргә яҙһын. 

Был көн шундай күнеллелер
Һин тыуғанға,
Был донъя шундай яҡтылыр
Һин булғанға.
Бөтә йыһан шатланғандыр
Һин тыуғанда.
Тирә-яҡта һәр саҡ байрам
Һин булғанда.
Бөгөнгөләй һөйкөмлө бул!
Бөгөнгөләй бәхетле бул:
Йәй гөлдәре уҫкәндә лә,
Яҙ япраҡтар ярғанда ла,
Көҙ елдәре иҫкәндә лә,
Ергә ҡарҙар яуғанда ла!

Ҡотлау менән ирең, улың, ҡыҙың, кейәүең. 
Автор:
Читайте нас