Көйөргәҙе ауылы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, иң яҡын кешебеҙ, яратҡан әсәйебеҙ, хәстәрлекле өләсәйебеҙ - Хәнифә Тәлғәт ҡыҙы ҠӘҘЕРҒОЛОВАны күркәм байрамы - 65 йәшлек юбилейы менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙә булған иң йылы, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ изге күңелле, ярҙамсыл, бал ҡортондай уңған, ҡунаҡсыл хужабикә, ғаиләһе, туғандары тип, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн йән атып тороусы өләсәй. Яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ сәләмәтлек, күңел тыныслығында, бәрәкәттә, бәхеттә йәшәүен теләйбеҙ. Һәр ваҡыт та алдағы көнгә өмөт бағлап, тормоштан йәм-тәм табып, балаларыңдың ҡәҙер-хөрмәтен, хәстәрлеген тойоп, уларҙың уңыштарына һөйөнөп йәшә. Изгелегең, ихлас хәстәрләрең, ярҙамдарың үҙеңә кире әйләнеп ҡайтһын. Донъя мәшәҡәттәренән арымай-талмай, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа, туғандар менән йәшәүеңде теләйбеҙ.
Беҙ теләйбеҙ һиңә оҙон ғүмер,
Шатлыҡтарҙың иң-иң олоһон.
Бәхеттәрҙең мәңгелеген генә,
Ә ғүмерҙең яҡты нурлыһын.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш-борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар.
Иң изге теләктәр менән балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең.