Таймаҫ ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә Күмертау ҡалаһында йәшәүсе һөйөклө ҡыҙым, ҡәҙерле һылыуым, апайыбыҙ, инәйебеҙ Ғәлиә Фәрит ҡыҙы ЯРЫШЕВАны ғүмеренең күркәм байрамы - 50 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һинең хаҡта ниндәй генә һүҙҙәр яҙһаҡ та аҙ булыр һымаҡ. Сөнки һинең йомарт, нескә күңелеңде, тырышлығыңды, уңғанлығыңды әйтеп бөтөрлөк түгел. Һин булғанда беҙ ысын мәғәнәһендә бәхетлебеҙ, йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең менән беҙҙең өсөн һин терәкһең, кәрәкһең.
Ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәттәр әйтеп, ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ! Киләсәктә лә яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, изгелеген күреп, тормошобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта, беҙгә терәк булып, беҙҙең менән бергә оҙон-оҙаҡ парлы ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Беҙ теләйбеҙ һиңә оҙон ғүмер,
Шатлыҡтарҙың иң-иң олоһон.
Бәхеттәрҙең мәңгелеген генә,
Ә ғүмерҙең яҡты, нурлыһын!
Ҡәҙерлебеҙ, оҙон-оҙаҡ йәшә,
Яҡты нурҙар һибеп донъяға.
Беҙ бәхетле яныбыҙҙа һәр саҡ,
Һин иҫән-һау ғына булғанда!
Иң изге теләктәр менән әсәйең Хәҙисә, апайың Нәфисә, һылыуың Дилә, ҡустыларың Илнур, Радмир, килендәрең Роза, Гөлдәриә һәм уларҙың балалары.