Күмертау ҡалаһы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, ғәзиз һәм яҡын кешебеҙ Рәзилә Миңлебай ҡыҙы ЙОСОПОВАны - күркәм байрамы - 70 йәшлек матур юбилейы менән ҡотлап иң йылы, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Беҙ һиңә ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ, сөнки һин һәр ваҡыт беҙгә ярҙам ҡулыңды һуҙаһың, аҡыллы кәңәштәреңде биреп көс, илһам өҫтәйһең. Ҡайғыны ла, шатлыҡты ла һин беҙҙең менән бергә бүләһең. Алдағы тормошобоҙҙа ла бергә-бергә татыу берҙәмлектә йәшәргә яҙһын. Шуныһын беләбеҙ, һин булғанда тормошобоҙ матур һәм яҡты. Беҙҙең өсөн өҙөлөп тороуыңды бөтә туғандар, балаларыбыҙ, хатта беҙҙең ейән- ейәнсәребеҙ ҙә тоя. Ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт әйтеп, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ, киләсәктә лә яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, балаларыңдың изгелеген күреп, донъя рәхәтлектәрен кисереп, бәрәкәтле мул тормошта, беҙгә терәк булып, оҙон-оҙаҡ ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, апай, барыһы өсөн дә
Беҙ бәхетле һинең яныңда!
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән ағайың Рәмил, мырҙаң Рәис,