Күмертау ҡалаһы
Ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, ҡоҙағыйыбыҙ Лира Флүр ҡыҙы ӘБДРӘХИМОВАны оло байрамы - 65 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерле әсәй, һиңә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт, киләсәктә лә тормошобоҙҙоң йәме булып, һаулыҡ, сәләмәтлектә, күңел тыныслығы менән оҙон-оҙаҡ ғүмер кисер! Атайыбыҙ менән беҙҙе ҡәҙерләп үҫтереп, бәхетле бала-саҡ бүләк итеп, тормош юлына аяҡ баҫырға ярҙам иттегеҙ. Ҡайҙарҙа ғына йөрөһәк тә, һаҡлай беҙҙе һинең фатихаң.
Һин сабыр ҙа, мәрхәмәтле лә, ярҙамсыл да, гүзәл дә, эшлекле лә! Һиңә тик аяҙ көндәр, яҡты иртәләр, ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр теләйбеҙ. Ғүмерең һаулыкта, шатлык-ҡыуаныста ғына бергә-бергә үтһен! Атыр таңдарын ҡояшлы, һәр вакыт көләс, күңелең тыныс булһын. Ҡайғы хәсрәт күрмәй, ауырыу-һыҙланыу белмәй, күңелеңдәге йән йылыһының нуры һүнмәйенсә, һүрелмәйенсә, беҙгә йәшәйеш сығанағы булып тороуыңды теләйбеҙ!
Һиңә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, баш эйәбеҙ. Әсәй! Һин булғанға донъябыҙ йәмле, аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты! Тыуған көнөң менән ҡәҙерлебеҙ!
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә
Беҙ бәхетле һинең яныңда!
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Оло ихтирам һәм хөрмәт менән ҡыҙың Ләйсән, кейәүең Тимур, ейәнсәрҙәрең Әмилә, Ләйлә, ейәнең Тамерлан, улың-Марсель һәм ҡоҙа-ҡоҙағыйың Ләйсән менән Роберт Байғотлиндар.