Бөгөлсән ауылы
Ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Роза Ирек ҡыҙы менән һөйөклө атайыбыҙ, олатайыбыҙ Шаһи Шәһәрғәзе улы ГАЗИНДАРҙы иңгә-иң терәшеп йәшәүҙәренә 50 йыл тулыу менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлеләребеҙ, һеҙ күпме юлдар үттегеҙ ҙә, күпме һыуҙар кистегеҙ.
Ауыр миҙгелдәрҙә лә бер-берегеҙгә терәк, бер-берегеҙгә кәрәк булып ярты быуат йәшәйһегеҙ! Тормоштоң ниндәй гена ауырлыҡтары булмаһын, бирешмәнегеҙ, һынманығыҙ, һығылманығыҙ, намыҫлы хеҙмәт юлы үттегеҙ. Алдағы көндәрегеҙ ҙә шатлыҡтарҙан, аяҙ көндәрҙән генә торһон. Иҫәнлек һәм күңел тыныслығы теләйбеҙ һеҙгә.
Һеҙгә булған рәхмәттәребеҙҙе һүҙ менән генә әйтеп бирерлек түгел. Беҙҙең өсөн һәр саҡ үрнәк һеҙ, һәр ваҡыт кешеләргә ихтирамлы булдығыҙ.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстар, ғаилә бәхете теләйбеҙ. Тыуған йортобоҙҙоң нигеҙҙәре һыуынмаһын, тәҙрәләренән гел нурҙар һирпелеп, ҡайғы-хәсрәт уның ишектәрен урап үтһен. Бер-берегеҙгә булған йылы хистәрегеҙ олоғайған көндәрегеҙҙә лә юғалмаһын, иңде-иңгә ҡуйып ярты быуат татыу ғүмер кисергән кеүек, пар ҡанаттарығыҙ ҡайрылмаһын. Алла бирһә беҙҙең менән бергә оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын!
Һеҙҙең тормош юлы - матур тарих,
Күптәр өсөн өлгө булырлыҡ!
Рәхмәт, тибеҙ бар йөрәктән,
Һеҙҙең ғүмер - беҙҙең ғорурлыҡ!
Парлап ҡанат ҡағыу еңелерәк,
Тормош һеҙҙе яңғыҙ итмәһен.
Тормош шишмәләрегеҙ сылтырап аҡһын,
Мәңге-мәңге һыуы кипмәһен!
Иң изге теләктәр менән улығыҙ Азамат, киленегеҙ Татьяна, ейәнегеҙ Данил, киленегеҙ Ольга, ейәндәрегеҙ Артем, Тимур, килендәрегеҙ Виктория, Юлия, бүләсәрегеҙ Ульяна, Вироника, Милана.