Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
29 Декабря 2024, 09:07

Оҙаҡ йәшә, йәшнә был ерҙә

Айнур МӨХӘМӘТОВты ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Оҙаҡ йәшә, йәшнә был ерҙә
Оҙаҡ йәшә, йәшнә был ерҙә

Күмертау ҡалаһы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, кейәүем, еҙнәбеҙ, бабайыбыҙ Айнур Нурмөхәмәт улы МӨХӘМӘТОВты 50 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Яҡыныбыҙ тырыш, сабыр холоҡло, хеҙмәт һөйөүсән, ярҙамсыл кеше. Уға ошо байрамында күңел түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, яҡты теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һин беҙгә терәк, һин беҙгә кәрәк! Һиңә теләктәрҙең иң матурын, изгеһен теләйбеҙ. Һәр ваҡыт та алдағы көнгә өмөт бағлап, тормоштан йәм табып, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен, хәстәрлеген тойоп, уларҙың уңыштарына һөйөнөп, ҡаҡшамаҫ сәләмәтлектә, күңел тыныслығында, бәрәкәттә, бәхеттә йәшәүеңде теләйбеҙ. Изгелегең, ихлас хәстәрләрең, ярҙамдарың үҙеңә кире әйләнеп ҡайтһын.
50 йәш – ул ир-уҙаман өсөн
Иң матур мәл, йәшәр саҡтарың.
Ҡеүәтләнеп алға ынтылған мәл,
Тура юлдан барған саптарың.
Әсәй фатихаһы, сәләмәтлек
Һинең менән булһын гел бергә.
Именлектә, ғаилә бәхетендә
Оҙаҡ йәшә, йәшнә был ерҙә.
50 йәш ул ир-уҙаман өсөн
Имәндәрҙәй ныҡлы мәлдәре.
Иң изге теләктәр менән яҡындарың.

Автор:
Читайте нас: