Яңы Мораптал ауылы
Беҙҙең ҡәҙерле туғандарыбыҙ Раил Шәйхетдин улы һәм Зәлиә Минулла ҡыҙы ИЛЬБУЛОВТАРҙың иңгә-иң терәшеп йәшәүҙәренә 50 йыл.
Тырыш, изгелекле, киң күңелле, алсаҡ йөҙлө парҙар улар. Зәлиә килен уҡытыусы, Раил туғаным слесарҙа, художникта, стоителдә булып эшләне. Донья көтә башлағас матур итеп йорт һалып керҙеләр, баҡса ултыртып, еләк-емеш, йәшелсә үҫтерәләр, күпләп ҡош-ҡорт тоталар.
Ике малайыға, бер ҡыҙға ғүмер бирәләр. Мөхәббәтле, татыу ғаиләлә балалар яҡшы тәрбиә, юғары белем алалар. Хәҙер инде балаларының балалары уҡып сығып үҙ юлдарын табалар. Йәйге каникулдарҙа улар ҡартәней, ҡартатайҙарына ярҙам итергә ҡайталар.
Ҡәҙерлеләребеҙ, һеҙҙе ошо оло байрамығыҙ менән ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, йән тыныслығы, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Хоҙай Тәғәлә киләсәктә лә бер-берегеҙгә терәк-таяныс булып, балаларығыҙҙың шатлыҡ, ҡыуаныстарына, изгелектәренә төрөнөп, парлы тигеҙ ғүмер кисерергә яҙһын.
Тыуған көндәр йылда ҡабатлана,
Ләкин ҡабатланмай үткәне.
Бәхет, шатлыҡ һәм таҙалыҡ менән
Килеп торһон һәр бер көткәне.
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Беҙ теләйбеҙ сәләмәтлек, бәхет
Юлдаш булһын һеҙгә ғүмергә.
Иң изге теләктәр менән апайығыҙ Фәниә, еҙнәгеҙ Рафаил, балалары Алик, Люда, Рәмил, Венера һәм уларҙың балалары.