Таймаҫ ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Яңы Таймаҫ ауылында ғүмер итеүсе ҡәҙерле кейәүебеҙ, еҙнәбеҙ, бабайыбыҙ Рәйес Нурислам улы Ғайсаровты 70 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Рәйес кейәү уңған, изгелекле, йомарт, туған йәнле кеше.
Оҙаҡ йылдар "Таймаҫ" совхозында автомеханик булып эшләне.
Тормош иптәше Лилиә һылыуыбыҙ менән матур йорт һалып сыҡтылар. Рәфис һәм Рөстәм исемле баһадир улдар тәрбиәләп, уҡытып, матур туйҙар үткәреп, оло тормош юлына сығарҙылар. Бөгөнгө көндә улар 5 ейәнсәрҙең яратҡан олатай-өләсәйе. Балаларына, яҡындарына терәк-таяныс булып, тормош дилбегәһен ышаныслы тотоп, тирә-яҡҡа изгелектәр сәсеп, ғүмер һуҡмағынан ышаныслы алға атлайҙар яҡындарыбыҙ.
Рәйес кейәүебеҙҙе матур ғүмер байрамы менән тәбрикләп, күңел түрендәге иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Ныҡлы һаулыҡ, рух ныҡлығы, күңел тыныслығы, аяҙ күк йөҙөндә Лилиә менән иңгә-иң терәшеп, балаларығыҙҙың, яҡындарығыҙҙың рәхмәтенә төрөнөп, бәхетле ғүмер итегеҙ!
Ҡотлау менән, Рыҫҡоловтар, Абдуллиндар, Мәҡсүтовтар ғаиләләре.