Яңы Таймаҫ ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, өлгөлө атайыбыҙ, хәстәрлекле олатайыбыҙ Рәйес Нурислам улы ҒАЙСАРОВты 70 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Һәр ваҡыт алсаҡ, ябай, ярҙамсыл, тырыш булған ҡәҙерле кешебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле мәлдәргә бай ғүмер, күңел тыныслығы, ғаилә именлеге теләйбеҙ!
Ғүмер буйы Таймаҫ совхозында автомеханик булып эшләгән ҡәҙерлебеҙ әле лә ҡул ҡаушырып ултырмай, матур йорт һалып, баҡса тултырып емеш-еләк, йәшелсә үҫтерәләр, күпләп ҡош-ҡорт, мал аҫрайҙар улар. Киләсәктә лә бөгөнгө кеүек оло йөрәкле, киң күңелле булып, йәшәүҙән йәм табып, тормош иптәшең, әсәйебеҙ Лилиә Әҡсән ҡыҙы менән парлы, тигеҙ ғүмер итегеҙ! Балаларығыҙҙың күңел йылыһын тойоп, уларға терәк-таяныс булып, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, бәрәкәтле, мул тормошта, беҙгә терәк булып, оҙон-оҙаҡ ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Ғүмер юлдарың йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты, тыуасаҡ таңдарың һәр ваҡыт нурлы, күк йөҙөң һәр ваҡыт аяҙ булһын. Сабыр холоҡло, мәрхәмәтле, ярҙамсыл, ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле һин.
Беҙ теләйбеҙ һиңә оҙон ғүмер,
Шатлыҡтарҙың иң-иң олоһон.
Бәхеттәрҙең мәңгелеген генә,
Ә ғүмерҙең яҡты, нурлыһын!
Ҡәҙерлебеҙ, оҙон-оҙаҡ йәшә,
Яҡты нурҙар һибеп донъяға.
Беҙ бәхетле яныбыҙҙа һәр саҡ,
Һин иҫән-һау ғына булғанда!
Тормош иптәше Лилиә, улдары Рәфис, Рөстәм, килендәре Альбина, Илүзә һәм ейәнсәрҙәре.