Бар донъя Яңы йыл килде, тип шатланған көндө, Ғәтиәт һәм Шәһүрә Мәһәҙиевтарҙың беренсе балалары булып донъяға килә беҙҙең ҡәҙерлебеҙ. Ата-әсәһенә ярҙамсыл, ихтирамлы һәм ихтибарлы ул булһа, дүрт һылыуына өлгөлө хәстәрле ағай булып буй еткерә. Һигеҙенсе класты тамамлағас, Салауат ҡалаһында училище бөтөрөп, Тольятти машиналар заводына эшкә ебәрелә, шунан армия сафына алына һәм өс йыл диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. Мөнир Ғәтиәт улы ир-егет бурысын намыҫ менән үтәй, ата-әсәһе улдарына командирҙарынан Рәхмәт хаты ала. Салауат ҡалаһында эшләп йөрөгәндә, тыуған ауылына ялға, тип ҡайтҡан сағында, Таймаҫ мәктәбенә уҡытыусы булып эшкә килгән йәш һәм сибәр ҡыҙ Рәйлә Йәүҙәт ҡыҙы менән таныша.
1978 йылдың март айында өйләнешкән йәштәр, бына инде 47 йыл бергә, бик матур татыу тормош көтәләр. Ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр.
- Беҙҙең өсөн үрнәк, ныҡлы терәк булған ҡәҙерлеләребеҙҙән беҙ матур тәрбиә алдыҡ, йылы ҡосаҡта, тик яғымлы һүҙҙәр ишетеп кенә үҫтек. Юғары белем алырға, үҙ-аллы тормош юлына аяҡ баҫырға булыштылар. Рәхммәттәребеҙҙең сиге юҡ. – тип яҙа улар.
Атайыбыҙ һөнәре буйынса – иретеп йәбештереүсе. Ваҡытында миллионер булған ҙур Таймаҫ совхозының бөтә һыу үткәргестәрен, фермаларҙағы ҡорамалдарҙы эшләүҙә, ауылдаштарының өйҙәренә йылытыу үткәрергә тос өлөш индереүсе ул. Намыҫлы эше өсөн бихисап маҡтау ҡағыҙҙары, ҡиммәтле бүләктәр, Анапа ҡалаһының ял йортона йүнәтмә менән бүләкләнгән кеше.
Илдә ҙур үҙгәрештәр башланғас та, атай юғалып ҡалманы, 1998 йылда үҙ фермер хужалығын ойошторҙо. “Йәйғор”, тип атаған хужалығы кешеләргә йылыһын, ярҙамын таратып эшләне. Әлеге көндә лә, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, атайыбыҙ ауылыбыҙҙа башҡарылған төрлө эштәрҙе ойоштороп башлап йөрөүселәрҙең береһе. Ул халҡыбыҙҙың, илебеҙҙең ысын патриоты, ныҡлы етди ҡарашлы, көслө рухлы, “ауылым, тип янып йәшәгән илһөйәр кеше. Атайым башҡарған эштәре ҙур баһа алды, уны Кинйә Арыҫланов миҙалы менән бүләкләнеләр.
Атай-әсәй үҙҙәре һалып ингән ҙур йортта донъя көтәләр, улар ауылда күптәргә өлгө блулып торған, үрнәкле ғаиләләрҙең береһе.
Ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле атай, тормош юлдашы, хөрмәтле ҡайны, һөйөклө олатай! Һин беҙҙең өсөн һәр ваҡыт үрнәк, ныҡлы терәк һәм таяныс. Изге күңелеңә, оло йөрәгеңә, оҫта ҡулдарыңа һоҡланабыҙ. Матур ғүмер байрамың уңайынан оло хөрмәтебеҙҙе белдереп, беҙ һиңә: ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, әсәйебеҙ менән бер-берегеҙҙең ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, ҡайғы-хәсрәт күрмәйенсә, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп оҙон бәхетле ғүмерҙә йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ!
Рәхмәт, атай, һиңә мең-мең рәхмәт,
Бар нимәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Төрлө саҡты күргәнһеңдер, атай,
Йөрәгеңдә күптер яра ла.
Кәңәшсебеҙ, терәгебеҙ булып
Оҙаҡ йәшә беҙҙең арала.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Рәйлә, ҡыҙҙарың Розалия, Гөлсинә, кейәүең Руслан, ейәндәрең Ғалиасҡар, Хәсән, ейәнсәрең – Мәҙинә.