Яҡшымбәт ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, әтейем, ҡайным Буранбай Шәмсетдин улы ҒӘЛИЕВты 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерле кешебеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, килсәктә лә тормошобоҙға йәм өҫтәп, татыу тормошта шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, гөрләшеп йәшәрә яҙһын, һаулыҡ-сәләмәтлектең иң ныҡлыһын, бәхеттең ҡояш кеүек иң нурлыһын, шатлыҡтарҙың иң ҙурыһын һәм бәрәкәтле тормошта күтәренке кәйеф менән, сикһеҙ оҙон ғүмер итеүен теләйбеҙ.
Ҡабул ит һин беҙҙән бүләк итеп
Изге теләк-күңел хистәрен.
Бәхет, шатлыҡ ҡына юлдаш булһын,
Матур үтһен килер көндәрең.
Беҙгә ҡанат, оло терәк булып,
Гөрләп йәшә әле шатлыҡта.
Сәләмәтлек, тик уңыштар ғына
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Розалия, ҡыҙың Гүзәлиә, кейәүең Илмир, ейәнең Радмир, ейәнсәрең Асель.