Кинйә-Абыҙ ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, әнейебеҙ, өләсәйебеҙ Фаягөл Ниғмәт ҡыҙы ЙОМАҒОЛОВАны 80 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Тырыш, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле яҡыныбыҙға ҡакшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, бәрәкәтле тормошта бәхетле йәшәүен теләйбеҙ. Киләсәктә лә тормоштан йәм табып, күңел йылың менән тирә-йүнде яҡтыртып, бәхет нурҙарына ҡойоноп, муллыҡта, татыулыҡта йәшә. Ғүмер йомғағың шатлыҡ-ҡыуаныстар менән генә тәгәрәһен, күңелеңдәге бәхет ҡошо һәр ваҡыт шатлыҡтар ғына юрап һайраһын. Киләсәктә лә шулай алсаҡ, асып күңелле, миһырбанлы булып ҡал. Йөҙөңдән бер ваҡытта ла йылмайыу китмәһен. Балаларыңдың яҡындарыңдың иҙгелеген күреп, хөрмәтен тойоп, уларға терәк-таяныс булып, тағы ла оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Һәр көн һине ҡотлап ҡояш сыҡһын,
Һине наҙлап йелдәр иҫһендәр.
Йәшәү матурлығы, йәме булып,
Көн артынан көндәр үтһендәр.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш-борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Ришат, улың Рөстәм, ҡыҙың Эльмира, кейәүең Нияз, киленең Гүзәл, ейән-ейәнсәрҙәрең Әлиә, Марсель, Әлфиә, Эльвина, кейәүең Евгений, киленең Александра һәм бүләләрең Руслан, Ролан.