Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылында тыуып, ошонда ғүмер итеусе, ҡәҙерле кешебеҙ, тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ - Аҙнабаев Рәйес Ғибәҙулла улын ғүмеренең күркәм байрамы - 70 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерле кешебеҙ, һине матур ғүмер байрамың менән ҡотлап, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Яҡыныбыҙға таҙа һаулыҡ, тыныс ҡартлыҡ, донья ҡаршылыҡтарына бирешмәйенсә, беҙгә - балаларына, барлыҡ туғандарына терәк, кәрәк булып, яратҡан ир, атай, олатай булып, оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ.
Рәхмәт, һиңә мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең.
Ҡотлау менән ҡатыны Фәнүзә, улдары Илшат, Илмир, ҡызы Ләйсән, килене Гүзәлиә, ейән-ейәнсәре Радмир hәм Асель.