Ике йәш йөрәктең бер-береһен табышып, бергә тормош ҡороуҙан да ҙурыраҡ бәхет юҡтыр был донъяла. Ә ошо никахыңды оҙаҡ ваҡыт һаҡлап ҡалыу икеләтә бәхет. Ниндәй генә ваҡыттар булмағандыр үткән юлдар сатында. Ауырлыҡтар ҙа, бәхетле саҡтар ҙа. Беҙҙең ҡәҙерлеләребеҙ һәр ваҡыт ҡулға ҡул тотоношоп бергә атлайҙар.
Бөгөн бәхетле атай-әсәй, олатай-өләсәй булып, балаларының, ейәндәренең рәхмәт һүҙҙәрен ишетеп йәшәйҙәр. Бик һирәктәргә генә эләгәлер бындай бәхет. Оҙаҡ йылдар дауамында Аллаһы Тәғәлә тарафынан бүләк ителгән мөхәббәттәренә тоғро ҡалып, фәрештәләрҙе көнләштереп, кешеләрҙе һоҡландырып донъя көтөүҙәрен дауам итә беҙҙең ҡәҙерле кешеләребеҙ. Ярҙамсыллыҡтары, олоға ла, кесегә лә берҙәй хәстәрлекле булыуҙары менән айырылып торалар.
Киләсәктә лә эргә-тирәләгеләргә үрнәк булып, тиң-тигеҙ, матур йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Хоҙай һеҙҙе сәләмәтлектән, Хоҙай биргән оло бүләктән - мөхәббәтегеҙҙән айырмаһын! Һеҙгә оҙон ғүмер, һаулыҡ-сәләмәтлек, бөтмәҫ бәхет-шатлыҡтар насип булһын. Иртәләр тыныс, күк йөҙө аяҙ булһын!
Ҡотлау менән, һеҙҙең өсөн өҙөлөп тороусы балаларығыҙ.