Все новости

Һин тыуғанға, әллә, ҡыштар йылы

Сәрүәр ҒАЙСАРОВА үҙенең күркәм 90 йәшлек юбилейын билдәләй!

Һин тыуғанға, әллә, ҡыштар йылы
Һин тыуғанға, әллә, ҡыштар йылы

Бәләкәй Муса ауылы
Беҙҙең өсөн яратҡан, иң ҡәҙерле кешебеҙ Сәрүәр Хәбибрахман ҡыҙы ҒАЙСАРОВА үҙенең күркәм 90 йәшлек юбилейын билдәләй.
Ҡәҙерле әнейебеҙ, һине тыуған көнөң, оло юбилейың менән ысын күңелдән тәбрик итәбеҙ. Һинең кеүек сабыр, мыһырбанлы, ғәҙел кешеләр бик һирәктер. Төплө кәңәшең, йылы һүҙең, нурлы йөҙөң өсөн рәхмәт. Ғүмер йомғағың һаулыҡта, бәхеткә, шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына төрөнөп алға барһын. Атыр таңдарың, күңелең - тыныс, ҡояшлы йөҙөң һәр ваҡыт көләс булһын. Ҡайғы-хәсрәт күрмәй, ауырыу-һыҙланыу белмәй, беҙгә, ейән-ейәнсәрҙәреңә, бүлә-бүләсәрҙәреңә терәк булып, уларҙың изгелектәрен күреп, уңыштарына шатланып, оҙон-оҙаҡ, бәхетле, сәләмәт ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ! Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә.
Һин тыуғанға, әллә, ҡыштар йылы,
Ап-аҡ ҡарҙай, ап-аҡ күңелең.
Оҙаҡ йылдар яҙҙы ҡаршыла һин,
Тик шатлыҡҡа ғына күмелеп.
Иң изге теләктәр менән балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең.
 

Автор:
Читайте нас: