Ялсыҡай ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем - Фәиз Риф улы ВӘЛИДОВты матур юбилейы - 60 йәше тулыу менән ҡайнар ҡотлайым!
Ҡәҙерлем, һине ошо иҫтәлекле байрамың менән тәбрикләп донъяла булған барлыҡ изге, яҡты теләктәремде еткерәм. Һиңә ҡоростай сәләмәтлек, эшеңдә уңыштар, шатлыҡ-ҡыуаныстарға, бәхеткә төрөлгән оҙон ғүмер теләйем. Киләсәктә лә йәшәү дәртен һүндермәй, яҡындарыңдың изгелеген, һөйөүөн күреп, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Тыуасаҡ таңдарың һәр ваҡыт нурлы, күк йөҙөң аяҙ булһын.
60 йәшең килеп ишек ҡаҡҡас,
Мендем, тимә, ғүмер түренә.
Күңелеңдә булһын яҙ сыуағы,
Ғүмер үтө, тиеп һүрелмә.
Бәхет шишмәләрең тулып аҡһын,
Имен булһын тыуыр таңдарың.
Яндарыңда булһын дуҫ-туғандар,
Гел шатлыҡта үтһен көндәрең.
Ҡотлау менән тормош иптәшең Ләйсән.