Все новости

Шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына төрөнөп алға бар

Гәүһәр БАЯНОВАны ҡотлайбыҙ!

Шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына төрөнөп алға бар
Шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына төрөнөп алға бар

Шәбағыш ауылы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, ғәзиз һәм яҡын кешебеҙ Гәүһәр Мәхмүт ҡыҙы БАЯНОВАны күркәм байрамы - 75 йәшлек матур юблиейы менән ҡотлап иң йылы, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙгә шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, киләсәктә лә яҡындарының күңел йылыһын тойоп, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең изгелектәрен күреп, уларға терәк, кәңәшсе булып, оҙон, бәхетле ғүмер итеүен теләйбеҙ. Күңеле һис ҡасан да борсолоу белмәһен, йөрәгендә дәрт-дарман һүрелмәһен, тормошон яҡты көндәр генә биҙәһен. Ғүмер йомғағы һаулыҡта, бәхеткә, шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына төрөнөп алға барһын.
Ҡотло булһын һинең байрамың,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп,
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен,
Һеҙ йәшәгән өйҙөң ишеген!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәше Рәкит, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре.

Автор:
Читайте нас: