Ҡәҙерле ҡыҙым, һылыуым Әлиә ВАХИТОВАны тыуған көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һине күркәм байрамың менән ысын күңелдән ҡотлап, иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Киләсәктә лә тормошҡа йәм биреп, аҡ бәхеттәргә генә төрөнөп, яҡындарыңдың игелектәрен генә күреп йәшәргә яҙһын. Һиңә бәхет-шатлыҡ, һаулыҡ-сәләмәтлек, эшеңдә уңыштар теләйбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең! Һәр ваҡыт шулай алсаҡ йөҙлө, шат күңеллле, ярҙамсыл, аҡыллы булып ҡал. Тормошоң сағыу буяуҙарҙан торһон һәм дә барлыҡ теләктәрең тормошҡа ашһын! Яныңда бары тик ихлас, тоғро, ышаныслы дуҫтарың һәм изге күңелле кешеләр генә булһын.
Сәскә бәйләмдәре бүләк итһәк,
Нәфис сәскәләр тиҙ ҡорор ул.
Йөрәк йылыбыҙҙы бүләк итһәк,
Һыуынмаҫтыр, йылы торор ул.
Тәбрикләйбеҙ тыуған көнөң менән,
Һинең йәш – ул сәскә саҡ ҡына.
Ташып торған йәшлек дәрте менән
Ең һыҙғанып йәшәр саҡ ҡына.
Иң изге теләктәр менән әсәйең һәм ағайың Айрат.