Бөтә яңылыҡтар

Һин - яҡты ҡояш, нурлы ай

Илһөйәр РЫҪҠОЛОВАға иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!

Һин - яҡты ҡояш, нурлы ай
Һин - яҡты ҡояш, нурлы ай

Таймаҫ ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, әсәйебеҙ, туғаныбыҙ Илһөйәр Әкрәм ҡыҙы РЫҪҠОЛОВАны 55 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән, ҡайнар ҡотлап иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Һөйөклөбөҙ! Донъялағы бөтә яҡшылыҡтарҙы йыйған оло йөрәгең, беҙгә ҡарата булған оло хәстәрлегең, фәһемле кәңәштәрең, ярҙамың өсөн һинең алдыңда башыбыҙҙы эйеп, сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Ғаиләбеҙҙең татыулығы, берҙәмлеге һинең ныҡлы терәк-таяныс булыуҙан килә.
Ҡәҙерлебеҙ, фани донъяның рәхәтлектәрен күреп, һаулыҡҡа туйынып, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, киләсәктә лә балаларыңдың, яҡындарыңдың изгелектәрен, игелектәрен күреп, уларҙың күңел йылыһын тойоп, барыбыҙҙы ҡыуандырып, һәр ваҡыт ҡояштай балҡып, йылы усағыбыҙ, ғаиләбеҙ именлегендә ҡалҡан булып, оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ.
Бәхеткә, шатлыҡта күмелеп,
Һәр ваҡыт йылмайып һәм көлөп,
Ҡәҙергә, хөрмәткә төрөнөп
Йәшә һин мәңгелек нур булып!
Һин бит беҙҙең һәммәбеҙгә
Яҡты ҡояш, нурлы ай кеүек.
Бәхет - шатлыҡ, ныҡлы сәләмәт
Юлдаш булһын һиңә мәңгелек!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, ҡыҙың, улдарың һәм барлыҡ туғандарың.

Автор:
Читайте нас: