Тимербай ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, әтейебеҙ, ҙурәтейебеҙ Рәшит Ғөзәир улы ШӘРИПОВты күркәм байрамы - 65 йәшлек юбилейы менән ҡотлап иң йылы, иң изге теләктәрҙе юллайбыҙ.
Яҡын һәм ғәзиз кешебеҙгә шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, киләсәктә лә яҡындарының күңел йылыһын тойоп, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең изгелеген күреп, уларға терәк, кәңәшсе булып, бәхетле ғүмер итеүен теләйбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һәр ваҡыт та шулай алсаҡ, асыҡ күңелле, миһырбанлы булып ҡал, йөҙөңдән йылмайыу китмәһен! Ошо матур байрамыңда һиңә мең рәхмәттәр әйтәбеҙ, беҙҙе аҡыллы кәңәштәреңдән айырмай, оҙон-оҙаҡ бәхетле тормошта йәшәргә яҙһын!
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш-борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәше Фәнилә, ҡыҙы Айгөл, улы Айнур, кейәүе Илфат, килене Таңһылыу, ейән-ейәнсәрҙәре Рузанна, Илназ, Азалия, Иллария.