Бөтә яңылыҡтар

Дәрт-дарманығыҙ күп йылдарға етһен

Нурзиә ӘХТӘМОВАны ҡотлайбыҙ!

Дәрт-дарманығыҙ күп йылдарға етһен
Дәрт-дарманығыҙ күп йылдарға етһен

Хөрмәтле коллегабыҙ ӘХТӘМОВА Нурзиә Хәсән ҡыҙын 60 йәшлек юбилейы уңайынан тәбрик итәбеҙ! Уңған, тынғыһыҙ, хәстәрлекле, ярҙамсыл, тырыш коллегабыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, эштәрендә уңыштар, имен, бәрәкәтле тормошта донъяларҙы нурлы итеп оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ. Киләсәктә лә тормошҡа һөйөнөп, ҡәҙер-хөрмәт күреп, атыр таңдарығыҙ өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағығыҙ шатлыҡтарға ғына тулып тәгәрәһен. Йәшегеҙгә йылдар өҫтәлһә лә, дәрт-дарманығыҙ күп йылдарға етһен, йөҙөгөҙҙән һис ҡасан йылмайыу, бәхет нуры китмәһен.
Теләктәрҙең теләйбеҙ иң изгеһен,
Шатлыҡтарҙың теләйбеҙ иң ҙурын.
Бәхеттәрҙең теләйбеҙ ҡояш кеүек,
Мәңге һүнмәй торған нурлыһын.
Йылдар үтә торһон, һыуҙар аҡһын,
Шатлыҡ менән килһен яңыһы.
Беҙ теләйбеҙ алда ғүмерҙең
Бәрәкәтле, яҡты, нурлыһын.
Иң изге теләктәр менән Илкәнәй ауыл хакимиәте коллективы

Автор:
Читайте нас: