Бөтә яңылыҡтар

Үтер юлыбыҙға үрнәк һин

Насир ТҮЛӘКОВты ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Үтер юлыбыҙға үрнәк һин
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин

Яҡшымбәт ауылы
Донъялағы иң яратҡан ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, хәстәрлекле олатайыбыҙ Насир Шәкүр улы ТҮЛӘКОВты 85 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Сабыр холоҡло, киң күңелле, яратҡан кешебеҙгә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ныҡлы һаулыҡ, тән сихәте, йән тыныслығы, ҡыуаныстарҙан ғына торған бәрәкәтле ғүмер насип итһен Аллаһы Тәғәлә! Киләсәк көндәрең аяҙ, таңдарың имен булып, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең ҡыуаныстарын, изгелектәрен генә күреп, киң күңелле терәгебеҙ булып, тыуған йортобоҙға йәм биреп йәшәүеңде теләйбеҙ. Донъялағы бөтә яҡшылыҡты йыйған оло йөрәгең, бөтәбеҙгә лә хәстәрлекле булғаның, фәһемле кәңәштәрең өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, атай, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең.

Автор:
Читайте нас: