Бөтә яңылыҡтар

Һин йөрөгән юлдарға еҫле гөлдәр һибелһен!

Ғәлиә ХАЙРОВАны ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Һин йөрөгән юлдарға еҫле гөлдәр һибелһен!
Һин йөрөгән юлдарға еҫле гөлдәр һибелһен!

Ырымбур өлкәһе Төйөлөгән районының Аллабирҙе ауылында йәшәүсе ҡәҙерле апайыбыҙ Ғәлиә Сәхиулла ҡыҙы Хайрованы матур юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һинең изге күңелең, шат йөҙөң беҙҙең тормошобоҙҙо маяҡ булып яҡтыртып тора. Аҡ, изге күңелле кешеләр генә ап-аҡ ҡарлы ҡышта донъяға киләлер һәм ҡыштың ынйы ҡарҙары тәбиғәтте үҙенең сафлығы менән нисек балҡытһа, беҙҙең ҡәҙерлебеҙ ҙә үҙенең күңел нуры менән тирә-йүнде матурлай, дуҫтарына, туғандарына күңел йылыһын өләшә.
Иҫән-һау ғына булып, еҙнәбеҙ, балаларығыҙ менән шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп оҙаҡ йәшәргә яҙһын.
Һиңә теләйбеҙ теләктәрҙең
Иң матурын, изгеһен.
Һин йөрөгән юлдарға
Еҫле гөлдәр һибелһен!
Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә,
Бәхет ҡунһын күңел түреңә.
Барыһына ҡанат, терәк булып,
Арымай атла ғүмер түренә.
Иң изге теләктәр менән һылыуҙарың Альбина, Ғәлиә.

Автор:
Читайте нас: