Ермолаево ауылы
Яратҡан әсәйебеҙ, хәстәрлекле ҡартәсәйебеҙ, тормош иптәшем Руша Рафиҡ ҡыҙы СОЛТАНҒОЛОВАны күркәм байрамы – 60 йәшлек юбилейы уңайынан ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һинең кеүек үтә сабыр, оло йөрәкле, ғаиләһе өсөн өҙөлөп торған, изге күңелле, ғәҙел кешеләр бик һирәктер. Беҙгә биргән ныҡлы тәрбиәң, матур кәңәштәрең, һәр ваҡыт йылмайған яҡты йөҙөң, тәмле аштарың, аҡыллы кәңәштәрең өсөн рәхмәт! Киләсәк тормош юлдарын да бергәләп үтергә насип булһын. Яҡыныбыҙға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, тынғыһыҙ эшендә һәм ижадында яңынан-яңы уңыштар, аҡ бәхеттәр, яҡындарыңдың күңел йылыһын тойоп, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр ихтирамын, иғтибарын күреп йәшәүеңде теләйбеҙ.
Атыр таңдарың – аяҙ, кистәрең – айлы, көндәрең – ҡояшлы, ижадың – емешле булһын!
Һәр яңы көн уңыш алып килһен,
Алһыу таңдар күмһен шатлыҡҡа.
Йәшәү дәрте янһын йөрәктәрҙә
Донъя тулһын һөйөү, сафлыҡҡа.
Дуҫ-туғандар ишектәрҙе ҡаҡһын,
Шатлыҡ, байлыҡ ситләп үтмәһен.
Бар теләктәр тик тормошҡа ашһын,
Бәхеттәргә ҡырау төшмәһен!
Изге теләктәр менән тормош иптәшең Миңнехәир, улдарың Марсель, Марат, киленең Анюта, ейәнең Йәмил.