Бөтә яңылыҡтар

Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен

Әнүзә НАСЫРОВАны ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен

Ялсыҡай ауылы
Ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ, ҡарт өләсәйебеҙ Әнүзә Мәлик ҡыҙы НАСЫРОВАны 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һине ғүмер байрамың менән ҡотлап иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ! Бөтмәҫ шатлыҡ-ҡыуаныстар, ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, балаларыңдың изгелеген күреп оҙон-оҙаҡ ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты, тыуасаҡ таңдарың һәр ваҡыт нурлы, кук йөҙөң һәр ваҡыт аяҙ булһын.
Ҡотло булһын һинең юбилейың,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен,
Һин йәшәгән өйҙөң ишеген,
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге,
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡ та.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Ләйсән, Ләйлә, Гөлгөнә, Гөлсинә, кейәүҙәрең Фәиз, Рәсим, Рөстәм, Ғәли һәм 9 ейән-ейәнсәрең, 2 бүлә-бүләсәрең.

Автор:
Читайте нас: