Илкәнәй ауылы
Ҡәҙерле ҡәйнешем Фәйзрахман Мәннәф улы ИШҠОЛОВты ғүмеренең матур байрамы - 75 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайым.
Һине байрамың менән ҡотлап, ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайым! Күңелеңдән – тыныслыҡ, тәнеңдән – сихәт, тормошоңдан именлек бер ваҡытта ла китмәһен, балаларыңдың, туғандарыңдың һәр шатлығын, һәр көйөнөсөн үҙенә һыйҙырған йөрәгең башҡа бер ҡасан да борсолоуҙар белмәһен. Яҡындарыңдың изгелеген күреп, донъя рәхәттәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта ғүмер ит. Киләсәктә лә туғандарың, балаларыңдың ихтирам-иғтибарын тойоп, ҡәҙер-хәрмәттә йәшә! Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға һоҡланып, әлегеләй йомарт, алсаҡ йөҙлө, изге күңелле булып, оҙон-оҙаҡ йәшәргә Хоҙай насип итһен!
Ғүмереңдең яҡты киләсәген
Алһыу таңдар аша ҡаршыла,
Юлдарыңда булһын гел шатлыҡтар,
Бәхет көтөп торһон ҡаршыңда.
Ҙур уңыштар юлдаш булһын,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек-ярты бәхет, тиҙәр
Ошо бәхет ситләп үтмәһен!
Иң изге теләктәр менән еңгәң Зөһрә Әбйәлилова.