Бөтә яңылыҡтар

Шатлыҡ менән килһен яңы көн

Фәйзрахман ИШҠОЛОВты ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Шатлыҡ менән килһен яңы көн
Шатлыҡ менән килһен яңы көн

Илкәнәй ауылы
Ҡәҙерле әтейебеҙ, ҡайныбыҙ, олатайыбыҙ Фәйзрахман Мәннәф улы ИШҠОЛОВты 70 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Әтейебеҙ – яҡшы күңелле, абруйлы, ихтирамлы, өлгөлө кеше. Уға ныҡлы һаулыҡ, муйыл сәскәһендәй аҡ бәхеттәр, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, балаларының изгелеген күреп, оҙон ғүмер кисереүен теләйбеҙ.
Кеше ғүмере бик ҡыҫҡа ғына ваҡыт. Күпме һынауҙар, ауырлыҡтар иңдәреңә төшһә лә, бирешмәй, яҡты киләсәккә ынтылып, балаларыңа яҡшы тәрбиә биреп, мөмкинселегең булғансы үҙ өйөндә генә түгел, ауылдаштарыңа ярҙам итеп, кешеләргә изгелек ҡылып, ғүмер китабыңды яҙыу - үҙе бер һынау. Йылдар үткән һайын ғүмер йомғағын барлап, был ғүмер үкенесле булмаған икән тип уйлау, үҙ-үҙеңә ҡуйған иң ҙур баһалыр.
Ҡәҙерле кешебеҙ бала сағынан бик аҡыллы, тырыш, үҙ-үҙенә талапсан, ныҡыш бала булып үҫә. Әле лә ул төрлө яҡлап белемен камиллаштырыуҙы бөгөн дә ташламай. Аҙ һөйләһә лә, һәр бер һүҙе төплө, мәғәнәле, уйланылған. Бәләкәй генә ауылда ғүмер итеүенә ҡарамаҫтан, барлыҡ яңылыҡтарҙы күҙәтеп, тормош менән бергә атлай ул. Әтейебеҙҙең һәр эште ентекле, еренә еткереп эшләүен күреп, фәһем алып үҫтек. Ҡәҙерлебеҙ беҙгә оло үрнәк булып тора, күптән инде үҙаллы йәшәһәк тә һаман әтейебеҙҙең кәңәштәренә ҡолаҡ һалабыҙ, ниндәйҙер ҙур эшкә тотонор алдынан иң беренсе унан кәңәш һорайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ҡаҡшамаҫ, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер, күңел тыныслығы, йән рәхәте, шатлыҡ-һөйөнөстәр теләйбеҙ. Беҙҙең тормошобоҙға йәм өҫтәп, изгелектәр күреп, йөҙгә еткәнсе йәшә! Беҙ һине яратабыҙ!
Йылдар үтә торһон, һыуҙар аҡһын,
Шатлыҡ менән килһен яңыһы.
Беҙ теләйбеҙ алда ғүмерҙәрҙең
Бәрәкәтле, яҡты, нурлыһын.
Иң изге теләктәр менән балаларың.

Автор:
Читайте нас: