Яңы Таймаҫ ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә лә ошо ауылда ғүмер итеүсе ҡәҙерле киленебеҙ, еңгәбеҙ, инәйебеҙ Сажидә Фәрит ҡыҙы Мәҡсүтованы күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Яҡыныбыҙ оло йөрәкле, изгелекле, ярҙамсыл кеше. Бар ғүмерен "Таймаҫ" совхозында бухгалтер булып эшләне. Тормош иптәше Сәғҙәт туғаныбыҙ менән өс бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Ҡыҙғанысҡа, туғаныбыҙ арабыҙҙа юҡ инде. Сажида киленебеҙ тормош һынауҙарына бирешмәй, тырышып донъя көтә. Балаларының ғына түгел, беҙҙең дә ышаныслы терәк ул. Бар оло эштәрҙе бергә кәңәшләшеп, күмәкләшеп эшләйбеҙ.
Ҡәҙерле киленебеҙҙе тыуған көнө менән ҡотлап, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Балаларыңдың, яҡындарыңдың изгелегенә, ихтирамына, рәхмәтенә төрөнөп, бәхетле оҙон-оҙаҡ ғүмер ит, Сажидә килен.
Тыуған көнөң менән!!!
Донъяның бар матурлығын,ҡояш нурҙарының иң
яҡтыһын, сәләмәтлектең ныҡлыһын, ғүмерҙең
оҙонон, бәхеттең сикһеҙен теләйем.Туғандарыңа
терәк-таяныс булып, шатлыҡ-ҡыуаныстарға
төрөнөп, бәхетле, имен тормошта оҙаҡ йәшәргә насип
итһен Хоҙай. Көндәрең ҡояшлы, төндәрең
йондоҙло, таңдарың тыныс булһын!! Ғүмерең хазинаһына
Өҫтәлде тағын бер йыл,
Моңайма йылдар үтә тип,
Йылмай һин - бәхетле бул!
Ҡотло булһын байрамың,
Тыныс булһын күңелең,
Шатлыҡ - һөйөнөстәр менән
Тулы булһын ғүмерең!
Ғәмле йылдар, йәмле көндәр
Теләйбеҙ ысын йөрәктән!
Һис кисектермәй ысынға ашһын,
Беҙҙең күркәм теләктәр!
Оло ихтирам менән, Миңлеғужа һәм Сәмәрә Рыҫҡоловтар, Хәләф һәм Миңзәлә Абдуллиндар, Светлана Мәҡсүтова һәм уларҙың балалары.