Бөтә яңылыҡтар

Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә

Шәүрә РАФИҠОВАны 85 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә

Яңы Мораптал ауылы
Ҡәҙерле, һөйөклө әнейебеҙ, өләсәйебеҙ Шәүрә Сәмиғулла ҡыҙы РАФИҠОВАны 85 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең! Тиҫтәләрҙе тиҫтәләргә ҡушып ғүмер йомғағын һүтәһең дә, күңел матурлығыңды һаҡлап, йән аҡлығыңды башҡалар менән бүлешеп йәшәй беләһең һин. Беҙҙе лә үҙең кеүек сабыр һәм түҙемле булырға, тормоштоң ҡәҙерен белергә өйрәтеп үҫтерҙең. Бөгөн дә һин беҙгә төплө кәңәшсе, йәнебеҙҙе йылытыусы, ғаилә усағын һүндермәй һаҡлаусы иң изге, иң ҡәҙерле зат.
Әнейебеҙ! Һине ошо күркәм байрамың менән ҡотлап иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Хоҙай биргән ғүмереңде һау-сәләмәт булып, йән тыныслығы менән шатлыҡ-һөйөнөстәргә төрөнөп, балаларыңдың күңел йылыһын, хөрмәтен, ихтирамын тойоп йәшәргә яҙһын. Көндәрең ҡояшлы, ғүмерең оҙон, бәхетең мул булһын.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әней, барыһы өсөн дә
Беҙ бәхетле һинең яныңда!
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Дилә, кейәүең Фәрғәт, ейән-ейәнсәрҙәрең Фидаиль, Эльвира, Тимур, Эсмира.

Автор:
Читайте нас: