Бөтә яңылыҡтар

Ысын йөрәктән яратабыҙ

Салауат МӘҺӘҘИЕВты ҡотлайбыҙ! 

Ысын йөрәктән яратабыҙ
Ысын йөрәктән яратабыҙ

Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған хөрмәтле атайыбыҙ Салауат Сәйетғәли улы МӘҺӘҘИЕВты зур юбилейы -  65 йәше менән ысын күнелдән ҡотлайбыҙ! Һиңә ҡоростай таҙалыҡ, яҡшы кәйеф, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ. Һиңә, ошо йәмле байрамыңда, меңдәрсә рәхмәт һүҙҙәре әйтәбеҙ. Һин – донъяла иң затлы, сауаплы кешеләрҙең береһелер, беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, ысын йөрәктән яратабыҙ. Оҙон ғүмер, иҫәнлек, һаулыҡ, бәхет, шатлыҡ, ҡыуаныстар телайбеҙ. 

Рәхмәт, атай, һиңә мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.

Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең.

Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең — бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.

Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.

Ҡотлау менән ҡыҙың Гөлфиә, кейәүең Илнур, ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:
Читайте нас: