Ҡәҙерлебеҙ, һинең хаҡта ниндәй генә һүҙҙәр яҙһаҡ та, аҙ булыр һымаҡ. Сөнки һинең йомарт, нескә күңелеңде әйтеп бөтөрлөк түгел. Һин булғанда беҙ ысын мәғәнәһендә бәхетлебеҙ. Ултырып һөйләшеүҙәрҙән, серләшеүҙәрҙән һуң күңелдәргә дәрт, көс, илһам өҫтәлеп китә. Һиңә ҡаҡшамаҫ сәләмәтлек, күңел тыныслығында, бәрәкәттә, бәхеттә йәшәүеңде теләйбеҙ. Һәр ваҡыт та алдағы көнгә өмөт бағлап, тормоштан йәм табып, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен, хәстәрлеген тойоп, уларҙың уңыштарына һөйөнөп йәшә. Изгелегең, ихлас хәстәрләрең, ярҙамдарың үҙеңә кире әйләнеп ҡайтһын. Донъя мәшәҡәттәренән арымай-талмай, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа, туғандар менән йәшәүеңде теләйбеҙ.
Беҙ теләйбеҙ һиңә оҙон ғүмер,
Шатлыҡтарҙың иң-иң олоһон.
Бәхеттәрҙең мәңгелеген генә,
Ә ғүмерҙең яҡты нурлыһын.
Иң изге теләктәр менән апайҙарың Таңһылыу, Айһылыу һәм уларҙың балалары.