Бөтә яңылыҡтар

Бигерәк саф һинең күңелең

Гөлсирә ИСХАҠОВАны 65 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Бигерәк саф һинең күңелең
Бигерәк саф һинең күңелең

Яҡуп ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған апайыбыҙ Гөлсирә Биктимер ҡыҙы ИСХАҠОВАны 65 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Асыҡ йөҙлө, сабыр холоҡло, киң күңелле, һәр кемгә ярҙамсыл, йөрәгенә сикһеҙ изгелектәр һыйҙырған, тырыш һәм уңған апайыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, бәхет, шатлыҡ, ҡыуаныстарға бай, бәрәкәтле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Хәмит еҙнәбеҙ менән балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, ҡыуаныстарын күреп оҙон-оҙаҡ йәшәргә Хоҙай насип итһен.
Ап-аҡ ҡыш айында тыуғанғамы
Бигерәк саф һинең күңелең,
Гел шатлыҡ ҡыуаныста ғына
Үтһен инде һинең ғүмерең.
Беҙ теләйбеҙ һиңә барыһын да
Йөрәгеңдә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Иң изге теләктәр менән Тәскирә һылыуың, Салауат кейәүең һәм уларҙың балалары.

Автор:
Читайте нас: