Яҡуп ауылы
Беҙҙең өсөн өсөн ҡәҙерле булған туғаныбыҙ Гөлсирә Биктимер ҡыҙы ИСХАҠОВАны 65 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Йөрәк түренән сыҡҡан иң йылы, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Беҙ, туғандарың, һинең барлыҡ тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, барлыҡ тормош ауырлыҡтарын еңеп сығырҙай рухи көсөңә, ныҡлығыңа һоҡланабыҙ!
Һинең туған йәнле, кешелекле, изге күңелле, алсаҡ йөҙлө, һәр кемгә ярҙамсыл булыуың беҙҙә ғорурлыҡ уята. Йәй көндәре өй тирәгеҙ күп төрлө сәскәләргә күмелә, баҡсағыҙҙа һәр төрлө емеш-еләктәр, йәшелсәләр гөрләп үҫә, барыһына ла өлгөрәһең, уңған хужабикә булыуың менән барыбыҙға ла өлгө булып тораһың. Күҙҙәр генә теймәһен! Балаларыңа, ейәндәреңә, ейәнсәрҙәреңә хәстәрлекле, ҡәҙерле, хөрмәтле әсәй, өләсәй һин.
Туғаныбыҙ, һиңә киләсәктә ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле оҙон ғүмер, ғаилә именлеге, күңел тыныслығы, тик шатлыҡтар, уңыштар, бөтмәҫ дәрт, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, балаларыңдың ҡыуаныс-шатлыҡтарын, изгелеген генә күреп, уларға терәк-таяныс булып Хәмит кейәү менән бергә тиң һәм тигеҙ ғүмер итеүегеҙҙе, муллыҡта йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Яҡты уй-хыялдар, киләсәккә ышаныс, донъя рәхәтлектәрен күреп артабан да ғүмер үрҙәренә яртылырға яҙһын!
Ҡотло булһын юбилейың,
Ҙур шатлыҡтар ҡаршы алһындар.
Әгәр булһа борсолуҙар
Үткән тормошоңда ҡалһындар.
Һалҡын, ҡарлы ҡышта тыуһаң да һин
Яҙ ҡояшы һәр саҡ күңелеңдә.
Һәр ваҡытта йөҙөң көләс булһын,
Балҡып йәшә ғүмер-ғүмергә.
Ҡотлау менән һине яратҡан, хөрмәт иткән абзыйҙарың Камил, Шамил, еңгәләрең Роза, Зөһрә Баязитовтар һәм уларҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре.