Тимербай ауылында тыуып үҫкән, хәҙерге көндә Шәбағыш ауылында йәшәгән хөрмәтле классташыбыҙ - Рәмил Раил улы ТӘЗЕТДИНОВты - 55 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ!
Хөрмәтле класташыбыҙ, һине матур ғүмер байрамың менән ҡотлап, ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттәрҙең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Күңелеңдән тыныслыҡ, тәнеңдән сихәт, тормошоңдан именлек бер ваҡытта ла китмәһен. Балаларыңдың һәр шатлығын, изгелеген күреп, донъя рәхәттәре кисереп, бәрәкәтле, мул, парлы тормошта ғүмер ит.
Ҡотло булһын юбилейың,
Ҙур шатлыҡтар ҡаршы алһындар.
Әгәр булһа борсолоуҙар,
Үткән тормошоңда ҡалһындар.
Беҙ теләйбеҙ һиңә оҙон ғүмер
Сәләмәтлек ярты бәхет тиҙәр
Ошо бәхет ситләп үтмәһен.
Иң изге теләктәр менән классташтарың.