Яҡшымбәт ауылы.
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған тормош иптәшем, яратҡан атайыбыҙ, олотайыбыҙ - Инсаф Сәфәрғәли улы ХӘЙБУЛЛИНды - 55 йәшлек матур юбилейы менән һәм ҡыҙыбыҙ, һеңлебеҙ - Азалия Инсаф ҡыҙы ХӘЙБУЛЛИНАны - 13 йәше тулыу менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Яҡындарыбыҙға ғүмерҙең оҙонон, сәләмәтлектен ныҡлыһын, күңелдең тыныслығын теләйбеҙ.
Өлгөлө ғаилә башлығы, иғтибарлы һәм хәстәрлекле атай, олатай. Яҡындары, туғандары өсөн ныҡлы таяныс һәм йәшәү өлгөһө, булғаның өсөн рәхмәт, атай! Ҡәҙерлебеҙ, һиңә киләсәктә лә тормош дилбәгәһен ныҡлы тотоп, тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп, иҫәнлектә-һаулыҡта ғүмер итеуеңде теләйбеҙ. Әсәйебеҙ менән тигеҙлектә, ҡыуанып шатланып, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип итһен!
Ҡотло булһын һеҙҙең тыуған көнөгөҙ,
Күҙҙәреҙҙә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөгөҙ,
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итегеҙсе тыуған көнөгөҙҙә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгегеҙҙә.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Әнисә, ҡыҙҙарың Илсинә, Азалия, кейәүең Филюс, улың Илгиз, киленең Әлиә, ейәнсәрҙәрең Диана һәм Аиша.