Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
8 Февраль 2025, 06:22

Һеҙгә яҙмыш бүләк иткән бергә-бергә ғүмер итергә

Мәлик менән Рәхилә СЫНБУЛАТОВТАРҙы ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Һеҙгә яҙмыш бүләк иткән бергә-бергә ғүмер итергәҺеҙгә яҙмыш бүләк иткән бергә-бергә ғүмер итергә
Һеҙгә яҙмыш бүләк иткән бергә-бергә ғүмер итергә

Яҡшымбәт ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған әтейебеҙ, яратҡан олатайыбыҙ Мәлик Ирек улы менән яратҡан әнейебеҙ, өләсәйебеҙ Рәхилә Минеғужа ҡыҙы СЫНБУЛАТОВТАРҙың сәстәрен сәскә бәйләп донъя көтә башлауҙарына 45 йыл тулыу айҡанлы ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һеҙгә атаһы таңдарығыҙ матур, киләһе көндәрегеҙ ҡояшлы, төндәрегеҙ айлы булыуын, йән тыныслығын теләйбеҙ. Яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып үткән ғүмергә үкенмәй, балаларығыҙҙың изгелеген-игелеген күреп оҙон-оҙаҡ йәшәргә Хоҙай насип итһен. Әлегеләй алсаҡ күңелле булып, беҙҙе ҡыуандырып, бәхетле ғүмер кисерегеҙ. Һеҙҙең мөхәббәт емештәрегеҙ улдарығыҙ Фларид, Филюс, Финат донъяға килә. Хәҙер инде үҙебеҙ әтей инде, матур итеп донъя көтәбеҙ. Улдарығыҙ-килендәрегеҙ бүләк иткән ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ уңыштарына ҡыуанып, улар менән һөйөнөп, ғүмер кисерергә яҙһын. Ҡалған ғүмерегеҙҙе матур итеп йәшәргә насип итһен.
Һеҙгә яҙмыш бүләк иткән
Бергә-бергә ғүмер итергә
Һикәлтәле тормош һуҡмаҡтарын
Етәкләшеп бергә үтергә.
Сәләмәтлек һеҙҙе ташламаһын
Аяҡ-ҡулдарығыҙ булһын һыҙлауһыҙ.
Улдарығыҙ-килендәрегеҙ менән
Оҙаҡ йәшәгеҙ һис бер ҡайғыһыҙ.
Оло рәхмәт барыһы өсөн дә.
Рәхмәт, әтей, мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдың түҙемле,
Сәләмәт бул, ҡайғы-хәсрәт күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Аштар тәмле әней ҡулы менән,
Йорттар йәмле әтей тыны менән.
Йортобоҙҙоң утын һүндермәйсә
Йәшәгеҙ һеҙ ҡайғылар күрмәйсә.
Иң изге теләктәр менән улдарығыҙ Фларид, Филюс, Финат, килендәрегеҙ Айгөл, Гүзәлиә, Юлиә һәм яратҡан ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ.

Автор:
Читайте нас