Ҡотлоюл ауылы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, иң яҡын һәм ғәзиз кешебеҙ, яратҡан тормош иптәшем, һөйөклө әсәйебеҙ, хәстәрлекле өләсәйебеҙ - Фәимә Батыргәрәй ҡыҙы АҠҺАРОВАны ғүмеренең күркәм байрамы - 60 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, йөрәк түребеҙҙә булған иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һинең хаҡта ниндәй генә һүҙҙәр яҙһаҡ та, аҙ булыр һымаҡ. Сөнки һинең йомарт, нескә күңелеңде, тырышлығыңды, уңғанлығыңды әйтеп бөтөрлөк түгел. Һин булғанда беҙ ысын мәғәнәһендә бәхетлебеҙ, йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең менән беҙҙең өсөн һин терәкһең, кәрәкһең. Һин беҙҙең өсөн сабырлыҡтың ысын өлгөһө, тормош һынауҙарына бирешмәй, ауырлыҡтар алдында баш эймәй, әтейебеҙ менән бергә беҙгә лайыҡлы тәрбиә биреп, бөгөнгө көндә лә тырышып донъя көтәһегеҙ.
Ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәттәр әйтеп, ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ дәрт теләйбеҙ, киләсәктә лә яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, балаларыңдың изгелеген күреп, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле, мул тормошта, беҙгә терәк булып, тыуған нигеҙебеҙҙең нурын һаҡлап, оҙон-оҙаҡ, бәхетле тормошта йәшәүеңде теләйбеҙ!
Беҙ теләйбеҙ һиңә оҙон ғүмер,
Шатлыҡтарың иң-иң олоһон.
Бәхеттәрҙең мәңгелеген генә,
Ә ғүмерҙең яҡты, нурлыһын!
Ҡәҙерлебеҙ, оҙон-оҙаҡ йәшә,
Яҡты нурҙар һибеп донъяға.
Беҙ бәхетле яныбыҙҙа һәр саҡ,
Һин иҫән-һау ғына булғанда!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Рәсүл, ҡыҙҙарың Гөлназ, Гөлсәсәк, Нәзилә, улдарың Алмаз, Сабир, ейән-ейәнсәрҙәрең Рафаиль, Ислам, Руфина.