Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
9 Февраль 2025, 06:01

Ғүмер йомғағың шатлыҡ, һөйөнөстәргә генә тулы булып тәгәрәһен

Альберт БАЯНОВты күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ!

Ғүмер йомғағың шатлыҡ, һөйөнөстәргә генә тулы булып тәгәрәһенҒүмер йомғағың шатлыҡ, һөйөнөстәргә генә тулы булып тәгәрәһен
Ғүмер йомғағың шатлыҡ, һөйөнөстәргә генә тулы булып тәгәрәһен

Горный Ключ ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ - Альберт Хәмзә улы БАЯНОВты матур ғүмер байрамы - 65 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ!
Беҙҙең яҡыныбыҙ тынғы белмәгән, эшһөйәр, тырыш, ярҙамсыл, изге йөрәкле кеше. Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ошо байрамың айҡанлы иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе һәм рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ, һөйөнөстәргә генә тулы булып тәгәрәһен. Алдағы тормошоңда ныҡлы һаулыҡ, иҫәнлек, күңел тыныслығы, тормош иптәшеңдең, балаларыңдың, туғандарыңдың изгелектәрен күреп, ихтирам, иғтибарҙарын тойоп, уңыштарына шатланып бәрәкәтле тормошта, бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ!
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ
Сәләмәтлек теләп иң элек,
Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән
Тыуғанһың һин бары яҡшыға,
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыңда.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Минзиә, улың Илдар, киленең Ксения, ҡыҙың Зарина, кейәүең Рәмил, ейәнсәрҙәрең Камила, Самира, Эмилия, Ралина һәм барлыҡ туғандарың.

Автор:
Читайте нас