Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
10 Февраль 2025, 06:08

Күңел тыныслығында, бәрәкәттә, бәхеттә, татыулыҡта ғүмер ит

 Асия  РӘХИМОВАны ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Күңел тыныслығында, бәрәкәттә, бәхеттә, татыулыҡта ғүмер итКүңел тыныслығында, бәрәкәттә, бәхеттә, татыулыҡта ғүмер ит
Күңел тыныслығында, бәрәкәттә, бәхеттә, татыулыҡта ғүмер ит

Күгәрсен районы аҙнағол ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Күмертау ҡалаһында йәшәүсе ғәзиз кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, ҡәҙерле әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, хәстәрлекле өләсәйебеҙ - Асия Фәйзрахман ҡыҙы РӘХИМОВАны күркәм байрамы - 65 йәшлек матур юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ изге күңелле, ярҙамсыл, бал ҡортондай уңған, ҡунаҡсыл хужабикә, ғаиләһе, туғандары тип, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн йән атып тороусы өләсәй. Яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ сәләмәтлек, күңел тыныслығында, бәрәкәттә, бәхеттә, татыулыҡта пар ҡанатың менән йәшәүеңде теләйбеҙ. Һәр ваҡыт та алдағы көнгә өмөт бағлап, тормоштан йәм-тәм, ирең, балаларыңдың ҡәҙер-хөрмәтен, хәстәрлеген тойоп, уларҙың уңыштарына һөйөнөп йәшә. Изгелегең, ихлас хәстәрләрең, ярҙамдарың үҙеңә кире әйләнеп ҡайтһын. Донъя мәшәҡәттәренән арымай-талмай, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа туғандар менән йәшәүеңде теләйбеҙ.
Беҙ теләйбеҙ һиңә оҙон ғүмер,
Шатлыҡтарҙың иң-иң олоһон.
Бәхеттәрҙең мәңгелеген генә,
Ә ғүмерҙең яҡты нурлыһын.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш-борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, ҡыҙҙарың, кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрәҙрең һәм барлыҡ туғандарың.

Автор:
Читайте нас