Зәк-Ишмәт ауылы
Хөрмәтле етәксебеҙ - Фәйрүзә Хөрмәт ҡыҙы ӘҠБӘРОВАны матур ғүмер байрамы күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Уңған, тынғыһыҙ, хәстәрлекле, ярҙамсыл, тырыш етәксебеҙгә ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, эштәрендә уңыштар, аяҙ күк йөҙө, күңел тыныслығы, имен, бәрәкәтле тормошта донъяларҙы нурлы итеп бәхетле тормошта, балаларының шатлыҡтарына һөйөнөп, оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ. Киләсәктә лә тормошҡа һөйөнөп, ҡәҙер-хөрмәт күреп, атыр таңдарығыҙ өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағығыҙ шатлыҡтарға ғына тулып тәгәрәһен. Йәшегеҙгә йылдар өҫтәлһә лә, дәрт-дарманығыҙ күп йылдарға етһен, һәр бер теләгегеҙ ҡабул булһын, йөҙөгөҙҙән һис ҡасан йылмайыу, бәхет нуры китмәһен,
Теләктәрҙең теләйбеҙ иң изгеһен,
Шатлыҡтарҙың теләйбеҙ иң ҙурын.
Бәхеттәрҙең теләйбеҙ ҡояш кеүек,
Мәңге һүнмәй торған нурлыһын.
Йылдар үтә торһон, һыуҙар аҡһын,
Шатлыҡ менән килһен яңыһы.
Беҙ теләйбеҙ алда ғүмерҙең
Бәрәкәтле, яҡты, нурлыһын.
Иң изге теләктәр менән Зәк-Ишмәт ауылының "Малыш" балалар баҡсаһы коллективы.