Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
10 Февраль 2025, 06:22

Шат, көләс бул, һүнмә, һүрелмә!

Бүләкбикә ЯЛСЫҒОЛОВАны ҡотлайбыҙ!

Шат, көләс бул, һүнмә, һүрелмә!Шат, көләс бул, һүнмә, һүрелмә!
Шат, көләс бул, һүнмә, һүрелмә!

Үрге Баба ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле, яҡын кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, яратҡан әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, хәстәрлекле өләсәйебеҙ, ҡартөләсәйебеҙ Бүләкбикә Ғайса ҡыҙы ЯЛСЫҒОЛОВАны 75 йәшлек ғүмер байрамы уңайынан тәбрикләп, уға йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Һөйөклөбеҙгә киләсәктә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ. Ҡәҙерле кешебеҙгә ниндәй генә ҡотлау һүҙҙәре юллаһаҡ та аҙ һымаҡ.
Әсәй, һиңә ҙур рәхмәт әйтәбеҙ, беҙҙе балаларыңды, донъяға тыуҙырып атайыбыҙ менән үҫтереп, оло тормош юлына баҫтырыуығыҙ өсөн һеҙҙең алдығыҙҙа баш эйәбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, беҙ һине бик яратабыҙ, ғорурланабыҙ.
Һинең беҙҙе ҡыуандырып йәшәгәнең өсөн мең рәхмәт. Һинең кеүек сабыр, саф күңелле кешеләр һирәктер был донъяла! Алла Тәғәләнең мең рәхмәте яуһын һиңә, куңелеңдәге йән йылыһының нуры һүнмәй, һүрелмәй беҙгә балаларыңа: тормош иптәшеңә, ейән-ейәнсәрҙәреңә йәшәйеш сығанағы булып тороуыңды теләйбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ! Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғумер, именлек, куңел тыныслығы, балаларыңдың тормош иптәшеңдең, ейән-ейәнсәрҙәреңдең буләсәңдең изгелегенә, мәрхәмәтеңә ҡойоноп, ҡәҙер-хөрмәттәр куреп, артабан да бәхетле йәшәүеңде теләйбез. Гел шулай тормош матурлығына ҡыуанып, артабан да яҡындарыңа терәк булып, өйөбөҙҙөң ҡотон, именлеген һаҡлап, балаларыңдың, ейән- ейәнсәрҙәреңдең уңыштарына, шатлыҡ-ҡыуаныстарына һөйөнөп, татыу ғүмер кисерегә яҙһын. Аяҡ-ҡулдарың һыҙлауһыҙ, күгең аяҙ, яҡты, тыуар таңдарың имен булһын, ҡүңелең һис ҡасан борсоу белмәһен. Аллаһы Тәғәлә ғүмереңә бәрәкәт, шәфҡәтле йөрәгеңә көс, йәшәү дәрте бирһен, сәләмәтлетән айырмаһын!
Әнәй!- тип әйтер кешең булыу,
Ниндәй бәхет бит ул донъяла.
Шатлыҡтарың булһа — уртаҡ була,
Ҡайғыларың булһа — юғала!
Уйлама әле ҡартаям тип
Шат, көләс бул, һүнмә, һүрелмә!
Ҡәҙер,хөрмәт куреп утһен ғумерең
Урындарың булһын гел турҙә!
Иң изге теләктәр менән балаларың Йәнбикә, Сания, Фәнис, ейән-ейнсәрҙәрең Әлиә, Динара, Марсель, бүләсәң Камилла, кейәүҙәрең Булат, Азат, Илһам. Теләктәргә ысын ҡүңелдән тормош иптәшең Фәрит Кинъяғол улы менән туғандарың ҡушылалар.

Автор:
Читайте нас