Үрге Баба ауылы
Беҙҙең өсөн иң яҡын, иң ҡәҙерле, ғәзиз кешеләребеҙ, апайыбыҙ - Бүләкбикә Ғайса ҡыҙы һәм еҙнәбеҙ Фәрит Кинйәғол улы ЯЛСЫҒОЛОВтар бөгөн үҙҙәренең алтын туйҙарын билдәләй, шулай уҡ апайыбыҙ үҙенең 75 йәшлек күркәм ғүмер байрамын ҡаршылай! Беҙ уларҙы ошо байрамдары менән ҡотлап, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Ҡәҙерлеләребеҙ, ҡулға-ҡул тотоношоп, 50 йыл бергә донъя
көтәләр. Улар икеһе лә бик уңғандар, тырыштар. Әле булһа ла балалары өсөн терәк-таяныс булып, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләүҙә ҡатнашалар. Уларҙың ишектәре барлыҡ туғандарға ла асыҡ, өҫтәлдәре һәр саҡ апайыбыҙ бешергән тәмле ризыҡтары менән тулы.
Яҡшы йәшәү нигеҙе – тырыш хеҙмәттә икәнлеген үҙ өлгөләрендә күрһәтеп, лайыҡлы тормош юлы үтәләр.
Яҡындарыбыҙ, киләсәктә лә барыбыҙ өсөн дә яҡты маяғыбыҙ, өлгө булып, нигеҙегеҙҙең утын оҙон-оҙаҡ йылдар һүндермәй йәшәргә яҙһын ине. Һәр тыуыр таңығыҙ бәхет-шатлыҡ, ҡыуаныстар ғына алып
килһен. Йылдар тыныс булып, балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәргә ҡыуанып, оҙаҡ йылдар бергә йәшәргә Хоҙай насип итһен. Һеҙгә бәрәкәтле тормош, бәхетле ҡартлыҡ, тигеҙлек, сәләмәтлек теләйбеҙ!
Был ғүмерҙәр иҫкән елдәр кеүек,
Һиҙелмәйсә үтеп китәләр.
Ғүмер юлдарында бәхет теләп,
Гел йылмайһын яҡты иртәләр.
Гел шулай беҙгә үрнәк булып,
Йәшәгеҙсе әле тағын да.
Күмәкләшеп һеҙҙең янға,
Йыйылырбыҙ бергә тағын да.
Иң изге теләктәр менән һылыуҙарығыҙ Нәсимә, Тәнзилә, Лилиә, Ғәлиә, кейәүегеҙ Радик.