Абдул ауылында тыуып-үҫеп хәҙерге көндә Мәләүез ҡалаһында йәшәгән ҡәҙерле ҡыҙым, туғаныбыҙ Дальмира Роберт ҡыҙы СЫРТЛАНОВАны күркәм 50 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә киләсәктә ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, күңел тыныслығы, бәхет, шатлыҡтар, балаларыңдың ҡыуаныстарын, шатлыҡтарын, изгелеген күреп, уларға терәк-таяныс булып, Рөстәм кейәү менән бәрәкәтле, мул тормошта оҙон һәм тигеҙ ғүмер итеүегеҙҙе теләйбеҙ.
Аҡ бәхеттәр менән атһын таңың,
Ҡояш көлһөн һәр саҡ йөҙөңдә,
Теләктәрҙең иң изгеләрен
Беҙ теләйбеҙ туған көнөңдә.
Йән рәхәте бирһен Хоҙай һиңә
Тән сихәте бирһен ғүмергә,
Насип итһен оҙаҡ йылдар беҙгә,
Бергә-бергә оҙаҡ йәшәргә.
Иң изге теләктәр менән әнейең Лена, абзыйҙарың Камил, Данир, еңгәләрең Зөлфирә, Лена, апайың Дания, еҙнәң Ғәфүр.