Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
14 Февраль 2025, 04:04

Ғүмереңдең йәшәп туймаҫ мәле

Закир КИНЙӘБАЕВты ҡотлайбыҙ!

Ғүмереңдең йәшәп туймаҫ мәлеҒүмереңдең йәшәп туймаҫ мәле
Ғүмереңдең йәшәп туймаҫ мәле

Кинйәбай ауылында тыуып үҫкән, ошо уҡ ауылда йәшәүсе КИНЙӘБАЕВ Закир Әхмәтшәриф улын 65 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуа­ныс­тар теләйбеҙ! Хоҙай һине сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан, ҡартлыҡ бәхетенән айырмаһын. Ҡартайған көнөңдә балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең шатлыҡтарын уртаҡлашып, ҡәҙер-хөрмәт күреп, беҙгә терәк булып, оҙаҡ йәшә.
65 йәш — ул ҡартлыҡ түгел,
Ә ғүмерҙең матур сағы.
Бик оҙаҡ йәшә тағы.
Йәшкә ҡарап күңел ҡартаймаһын,
Сапһын, әйҙә, ғүмер саптарың.
Ә ғүмереңдең әле йәшәп туймаҫ,
Гөрләп торған елле саҡтары.
Тәбрикләйбеҙ юбилейың менән,
65 йәш — ул сәскә саҡ ҡына!
Донъя имен, йәнең тыныс булып
Ең һыҙғанып йәшәр саҡ ҡына.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Һин булғанда ҡояш нур сәсә.
Кәңәшсебеҙ, ҡәҙерлебеҙ булып,
Йәшә һин шулай йөҙгәсә.
Ҡотлау менән тормош иптәшең Фирҙәүес, ҡыҙҙарың Ғәлиә, Зәлиә, Гөлфинә; улың Фидаил; киленең Ирина; кейәүҙәрең Рим, Рәфис; ейәндәрең Ислам, Асҡар, Рәхим, Наил, Асман; ейәнсәрҙәрң: Әҙилә, Айзилә, Рәфилә, Айсинә.

Автор:
Читайте нас