Яңы Муса ауылы
“Йәнтөйәк” башҡорт халыҡ фольклор ансамбленә 10 йылдан артыҡ йөрөгән Гөлнара Искәндәр ҡыҙы ҒӘЛЛӘМОВАНЫ 55 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Тырыш, алсаҡ, үҙ эшен намыҫ менән башҡарған, барыһы ла хөрмәт иткән коллегабыҙға артабанғы тормошонда һаулыҡтың ҡоростай ныҡлыһын, ғүмерҙең ҡурай моңондай оҙонон теләйбеҙ!
Эшегеҙҙә һәм тормошоғоҙҙа һәр саҡ уңыштар ғына насип булһын. Һәр саҡ шулай алсаҡ йөҙлө, шат күңелле булығыҙ. Янығыҙҙа һеҙҙе яратҡан, хөрмәт иткән яҡындарығыҙ булһын. Һәр көнөгөҙ шатлыҡ-ҡыуаныстар менән үтһен.
Ҙур уңыштар һеҙгә юлдаш булһын,
Ауырлыҡтар килә күрмәһен.
Матур тормош киң ҡоласын йәйһен,
Йөҙөгөҙҙә нурҙар һүнмәһен.
Өмөт йондоҙҙары балҡып торһон,
Йыраҡ йөрөһөн һеҙҙән һағыштар.
Мулдан булһын һеҙҙең өлөшөгөҙгә
Яҙмыш яҙған бәхет шатлыҡтар.
Ҡотлау менән «Йәнтөйәк» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле коллективы исеменән етәксеһе Айзилә Альберт ҡыҙы Юлуева.