Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
17 Февраль 2025, 05:35

Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен

Филүзә ЙЫҺАНШИНАға иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!

Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһенҠайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен

Ялсыҡай ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле киленебеҙ, яратҡан еңгәбеҙ, инәйебеҙ - Филүзә Рәшит ҡыҙы ЙЫҺАНШИНАны - 55 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙәге иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ бик тырыш, бар эшкә лә уңған, ярҙамсыл, асыҡ күңелле кеше, беҙ уны туғаныбыҙ өсөн яҡшы тормош иптәше, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн хәстәрлекле әсәй, өләсәй булыуы, беҙҙең өсөн йән атып торған киленебеҙ, еңгәбеҙ булғаны өсөн хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ. Хәстәрлекле, тыңғыһыҙ йөрәкле яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, һәр яҡлап та уңыштар, тормоштан йәм табып, бәхет нурҙарына күмелеп йәшәүен теләйбеҙ. Артабан да Әхмәт туғаныбыҙ, абзыйыбыҙ менән мул тормошта, туғандарыңдың, яҡындарыңдың ихтирамында, балаларың изгелегендә, иҫән-имен, бергә-бергә оҙон ғүмер юлы үтергә яҙһын!
Ҡотло булһын һинең юбилейың,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен,
Һин йәшәгән өйҙөң ишеген,
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге,
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡ та.
Иң изге теләктәр менән Зифа апайың, Сахавил еҙнәң, Зөфәр абзыйың, Рәхимә еңгәң һәм уларҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре.

Автор:
Читайте нас